18:30 11 сентябрь — Милли кейемдәр көнө! | |
| Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөн музейыбыҙҙа милли кейем темаһына арналған ҡыҙыҡлы экскурсия үтте. Мәктәп уҡыусылары килеп, башҡорт халҡының бай мәҙәниәте һәм милли кейемдәренең гүзәллеге менән танышты. Экскурсия барышында уҡыусыларға Шаһит Хоҙайбирҙиндең кызы Тамара Хоҙайбирҙинаның иҫ киткес милли кейеме күрһәтелде. Был кейем үҙенең тарихы һәм нескәлеге менән балаларҙы һоҡландырҙы. Шулай уҡ милли кейемдәрҙең тарихы, үҙенсәлектәре һәм символикаһы тураһында бай йөкмәткеле лекция үткәрелде. Ошо матур һәм файҙалы сараны ойошторғандары өсөн уҡытыусы Нурзилә Хисмәтулла кызына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Һеҙҙең ярҙам менән киләсәк быуын үҙ халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен яҡынданыраҡ белде. Музейыбыҙға килеүегеҙгә һәм милли ҡиммәттәрҙе өйрәнеүегеҙгә шатбыҙ! | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |

