Главная » 2026 » Август » 28 » "Беҙ тыныслыҡ теләйбеҙ!"
17:12
"Беҙ тыныслыҡ теләйбеҙ!"
"Беҙ тыныслыҡ теләйбеҙ!" – Йылы һәм мәғәнәле осрашыу!

Күптән түгел беҙҙең музейҙа балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн айырым бер сара үтте – ул "Беҙ тыныслыҡ теләйбеҙ!" тип аталды. Был сарабыҙҙың төп маҡсаты – донъялағы иң ҡиммәтле байлыҡ – тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡиммәттәре хаҡында һөйләшеү, бергәләшеп яҡты киләсәк тураһында хыялланыу ине.

Сара барышында йәш ҡунаҡтарыбыҙ һәм уларҙың ата-әсәләре музей буйлап мауыҡтырғыс экскурсияла ҡатнаштылар. Беҙ уларға Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыныслыҡҡа ынтылышы, кешелеклелек һәм изгелек тураһындағы фекерҙәре менән таныштырҙыҡ. Артабан, махсус лекция үткәрелде, унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла, шул иҫәптән ата-әсәләр ҙә, әүҙем ҡатнашып, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаштылар. Беҙ донъяны нисек яҡшыраҡ, йылыраҡ һәм берҙәм итергә була икәнлеге тураһында фекер алыштыҡ, бер-береңә ихтирам, аңлау һәм ярҙам итеүҙең мөһимлеген билдәләнек.

Был осрашыу йылы мөхиттә үтте, һәр кем үҙенең күңеленән сыҡҡан теләктәрен белдерҙе. Беҙ был сара балаларҙың күңелендә изгелек орлоҡтары сәсер һәм уларҙың яҡты киләсәге өсөн һәр саҡ ыңғай ҡарашта булырға дәртләндерер тип ышанабыҙ.

Бөтә ҡатнашыусыларға ла рәхмәт белдерәбеҙ! Киләһе осрашыуҙарға тиклем!

Просмотров: 16 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar