08:11 Космос алыҫ түгел! | |
| Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге музейҙа «Космонавтика аҙналығы» сиктәрендә балалар өсөн мауыҡтырғыс сара үтте. Музейыбыҙ ҡунаҡтары өсөн махсус экскурсия ойошторолдо. Балалар космос донъяһына сәйәхәт итеп кенә ҡалманы, ә башҡорт еренең космонавтика тарихындағы роле тураһында ла бик күп яңы мәғлүмәттәр белде. Экскурсия барышында уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән экспонаттарҙы күҙәтте, һорауҙар бирҙе һәм үҙҙәрен ысын тикшеренеүселәр итеп тойҙо. Музей — ул тарих ҡына түгел, ә яңы офоҡтар асыу урыны ла! Беҙгә килегеҙ, беҙҙә һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы! | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |



