Главная » 2026 » Октябрь » 13 » "Ҙур эш башҡарыла"
10:21
"Ҙур эш башҡарыла"
Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре тураһында һөйләргә яратмай, әммә улар тураһында эше, ҡалдырған эҙе барыһын да һөйләй. Рәфис Фәрит улы Мәүлетҡолов — шундай кешеләрҙең береһе.

Ул — Күгәрсен район мәҙәниәт һарайының халыҡ тынлы оркестры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1967 йылдың 4 апрелендә Көйөргәҙе районының Мораптал ауылында тыуған. Оркестрға 1991 йылдан алып етәкләселек итә. Композитор булараҡ та танылған, төрлө республика конкурстары лауреаты.

Ғәмәлдә уның иң ҙур эшмәкәрлеге — Шәһит Хоҙайбирҙин мираҫын һаҡлау. Был юл уны китапханаға алып килә.2011 йылда Күгәрсен үҙәк китапханаһына техник-программист булып эшкә урынлаша. Шул ваҡытта ул китапхананың, һуңынан тынлы оркестрҙың да сайтын эшләй.

Ә Шәһит Хоҙайбирҙин мираҫын һаҡлау эше ошолай башлана. Күгәрсен районының Йомағужа ауылындағы моделле китапхана мөдире Зәйтүнә Рауил ҡыҙы Әбдүрәшитова район премияһы лауреаттары тураһында ҙур альбом әҙерләй. Унда 1998 – 2007 йылдарҙағы мәғлүмәттәр туплана. Рәфис Фәрит улы китапхана сайтында эшләй башлағас, ул Зәйтүнә Рауил ҡыҙына был альбомды электрон форматҡа күсерергә тәҡдим итә.

— Башта эш китапхана сайтындағы бүлек булараҡ башланды. Һуңынан бөтә кимәлдәге лауреаттар тураһында айырым сайт эшләү уйы тыуҙы, — тип хәтерләй Рәфис Фәрит улы.

Бөгөн shagit.ru сайты — Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошо, ижады һәм премия лауреаттары тураһында мәғлүмәттәр туплаған мөһим урын. Сайтта тағы ла музей тураһында бүлектәр, шулай уҡ Хоҙайбирҙин ауылының үткәне сағылдырылған.

2019 йылда Рәфис Мәүлетҡолов улы ошо эше өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһына лайыҡ була. Ул көн уның өсөн икеләтә ҡыуаныслы: премия тапшырылғанда уның үҙе яҙған “Шәһит Хоҙайбирҙин” маршы тәүге тапҡыр сәхнәлә яңғырай.

Ҡыҙыҡһынып һораным: ошо эш һеҙгә шәхсән нимә бирҙе?

— Ваҡыт үтеү менән районым һәм республикам тарихынатәрәнерәк сумып киттем. Был ваҡиғалар, дәүерҙәр менән бәйләнешкә инеү бик ҡыҙыҡлы. Шәһит Хоҙайбирҙин кеүек шәхестәрҙең йәш саҡтарында шул тиклем ҙур яуаплылыҡ күтәреүе һәр ваҡыт ғәжәпләндерә. Беҙҙең йәштәр ҙә үҙаллы, батыр булһын, ата-әсәһенә генә таянмаһын ине, — тине ул.

Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 130 йыл. Уның ҡыҫҡа ғына ғүмере — Ватанға тоғролоҡтоң, белемгә ынтылыштың һәм үҙ халҡына хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөһө. Рәфис Фәрит улы ошо мираҫты киләһе быуындарға еткерергә теләй.

Источник - Башҡортостан гәзите
Автор: Илмир Ҡотлогилдин

Просмотров: 13 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar