Главная » 2021 » Декабрь » 20 » "Бер фотоһүрәт тарихы. Шәһит Хоҙайбирҙин"
14:08
"Бер фотоһүрәт тарихы. Шәһит Хоҙайбирҙин"
18 декабрь көнө Мәскәү ҡалаһында Бөтә Рәсәй "Беҙ Тыуған ил ғорурлығы" (Мы Гордость Родины) тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсының йомғаҡлау этабы булып үтте. Был конкурста инде һайлап алыу этабы еңеүселәре ҡатнашты, еңеүселәр араһында беҙҙең Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин мәктәбенең 7 синыф уҡыусыһы Динислам Хоҙайголов менән уның етәксеһе, рус теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Дилбәр Шәфҡәт ҡыҙы еңеүгә өлгәшеп Форумда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдылар.

Тикшеренеү эшенең темаһы: "Бер фотоһүрәт тарихы. Шәһит Хоҙайбирҙин" тип исемләнгән ине, улар икенсе дәрәжә дипломы менән бүләкләнделәр. Әйткәндәй, музей ҙа үткән сараларҙала Динислам актив ҡатнаша. Ә Динислам өсөн был еңеү-еңеүҙәрҙең башланғысы ғына булһын. Афарин, Динислам һәм Дилбәр Шәфҡәт ҡыҙы!


Динара Аминева, заведующий МБУ "Музей Шагита Худайбердина"
Просмотров: 437 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar